

Мутлашыусылар нисек эш иткән?
Беренсе осраҡта 70 йәшлек бабай аферистарҙан шылтыратыу һәм хәбәр серияһына дусар булған. Улар сиратлап үҙҙәрен кадрҙар, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы, ФСБ һәм Үҙәк Банк хеҙмәткәрҙәре итеп күрһәтә. Улар «взлом аккаунтта», «пенсионные начисления» һәм «защита сбережений» һылтауы менән пенсионерҙың барлыҡ йыйған аҡсаһын — 15 миллион һумды — «безопасный счет»ҡа күсер тигәндәр. Ярай бабай тыңламаған.
Икенсе осраҡта 50 йәшлек пенсионер ҡорбан була яҙған. Уға ҡара уйлы әҙәмдәр шылтыратып, домофон ҡуйыу буйынса хеҙмәткәр, ә һуңынан "Росфиннадзор" белгесе тип үҙҙәрен таныштырған. Енәйәт яуаплылығы янауы һәм асҡыстарҙы алмаштырыу һылтауы менән мутлашыусылар ирҙән 1,9 миллион һум аҡса алырға маташҡан.
Ни өсөн план үтәлмәгән?
- Пенсионерҙар уяулыҡ күрһәткән һәм хәйләләргә бирешмәгән.
- Бер граждан быға хәтлем банкта профилактик әңгәмәне иғтибар менән тыңлаған булған. Был уға алдауҙы танырға ярҙам иткән.
- Ике зыян күреүсе лә, аҡсаны мутлашыусыларға тапшырмайынса, үҙаллы полицияға мөрәжәғәт иткән.
Полицияның реакцияһы
Ике факт буйынса ла айырыуса ҙур күләмдә мутлашыуға маташыу статьяһы буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
"Банктарҙың, дәүләт органдарының һәм махсус хеҙмәттәрҙең ысын хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да аҡсаны „хәүефһеҙ иҫәптәргә“ күсереүҙе йәки шәхси мәғлүмәттәрҙе телефон аша еткереүҙе һорамай», — тип иҫкә төшөрҙөләр БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.