

Ҡамыр өсөн ярты литр йылы һыу, бер балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ сода һәм бер ҡалаҡ ҡаймаҡ, самалап он кәрәк.
Йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға һәм, эслек әҙер булғансы, уны шыптырға һалып торорға.
Эслек өсөн бер-ике тотам йыуа, алты-ете бешкән йомортҡа, ярты балғалаҡ тоҙ, ике ҡалаҡ ҡаймаҡ кәрәк. Бешкән йомортҡаларҙы әрсеп, турарға. Йыуаны сайып, ваҡ ҡына итеп ҡырҡырға. Йомортҡаны йыуа, тоҙ, ҡаймаҡ менән ҡушып болғарға.
Ваҡ бәлештәрҙе майҙа йөҙҙөрөп кенә бешерергә кәрәк.
Фото асыҡ сығанаҡтан.