Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апреля , 06:36

Мейегә лә аҙыҡ кәрәк

Хәтерегеҙ насарайғанын тойһағыҙ, түбәндәге ризыҡты ашарға кәрәк икән. Белгестәр кәңәше мотлаҡ ярҙам итер!

Мейегә лә аҙыҡ кәрәкМейегә лә аҙыҡ кәрәк
Мейегә лә аҙыҡ кәрәк

Грек сәтләүеге.

Аҡыллы заттарҙың төп ризығы ошо. Ул хатта формаһы менән мейегә оҡшап та тора. Көнөнә биш сәтләүек ашаһағыҙ, мейе эшмәкәрлеге һәм хәтер яҡшырыуын тойорһоғоҙ.

Балыҡ.

Ҡан тамырҙары эше шәбәйә. Мейе тиҙ генә яуап биреүгә әҙер тора.

Ҡабаҡ орлоғо.

Шәберәк уйлау өсөн ярҙам итә.

Йәшел сәй.

Белгестәр әйтеүенсә, бындай сәйҙе даими эсеү иғтибарҙы көсәйтә.

Шпинат.

Мейе күҙәнәктәрен иртә ҡартайыуҙан һаҡлай.

Шалфей.

Шалфейлы сәй ҙә хәтерҙе яҡшырта.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас