

Бындай операция ике осраҡта эшләнә:
1.Етешһеҙлекте төҙәтеү өсөн
Мәҫәлән, йәрәхәт арҡаһында кешенең ниндәйҙер ағзаһы зыян күргән һәм уны дауалап, элекке хәленә ҡайтарыу кәрәк.
2. Тик матурлыҡ өсөн
Йәғни сәләмәтлеккә бәйле түгел, ә тышҡы ҡиәфәтте үҙгәртеү маҡсатында.
Пластик операция беренсе осраҡта рөхсәт ителә, ә икенсе осраҡта рөхсәт ителмәй, сөнки кеше Аллаһ Тәғәлә биргән тәбиғи ҡиәфәтте үҙгәртә.
Кеше үҙенә биргән ҡиәфәтте ҡабул итеп, уның өсөн шөкөр итергә тейеш. Сәләмәтлекте һаҡлау мөһим, ә тышҡы матурлыҡ өсөн үҙгәрештәр индереү хупланмай.
Фото: Т. АМАНОВ.