

Тулҡын-тулҡын булып ята
Шоморт ҡара сәстәрең.
Шаян күҙҙәрең йылмая,
Нур һибә керпектәрең.
Яңы тыуған ай шикелле,
Ҡыйылып киткән ҡаштарың.
Күңелемде ғашиҡ итте
Мөләйем ҡараштарың.
Эй матур ҡыҙ, башҡорт ҡыҙы,
Буйың зифа талмы ни!
Һин ҡояшмы, әллә инде
Сәскәләге тажмы ни!
Эй сибәр ҡыҙ, һинең өсөн
Өҙөлә үҙәккәйем.
Һине бер көн күрмәһәм дә
Яна бит йөрәккәйем.
Бер күреүҙә ғашиҡ булдым.
Исемеңде лә белмәнем.
Был йырым – һиңә бүләк ул,
Хуш бул, бәғрем, һөйгәнем.
Әйүп Ейәнбирҙин
#ЮлайКәримовфотоһы
"Беҙҙең МАХ каналға ин!
https://max.ru/yeshlek_gazite"