

Рәсәй Президенты Владимир Путин 25 апрелдә ошондай ҡанунға ҡул ҡуйҙы. Һүҙ ирҙәре/ҡатындары махсус хәрби операцияла һәләк булған тол ҡатындарға/ирҙәргә ярҙам тураһында.
РФ белем биреү тураһындағы федераль ҡанунына ингән үҙгәрештәргә ярашлы, улар бушлай юғары йәки урта һөнәри белемде, айырым квота буйынса имтиханһыҙ ҡабул ителеп, бушлай алырға хоҡуҡлы.
Был яңылыҡ ҡабат никахҡа инмәгән толдарға ғына ҡағыла. Эшкә урынлашҡанда тейешле белем кәрәк булған осраҡта бындай ярҙам бик урынлы.
Фото: асыҡ сығанаҡтан.