Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апреля , 09:00

Һырғанаҡ үҫендеһен яҙ ултыртыу хәйерле

Сөнки көҙ ултыртылған үҫенде ҡышҡа ингәндә нығынып өлгөрмәй, ҡышты насар үткәрә. Ҡыш һалҡын килгәндә, туңа, ҡорой.  Һырғанаҡ – аталыҡ һәм инәлек сәскәләре айырым булған үҫемлек. Шуға күрә ата һәм инә үҫенделәрҙе дөрөҫ урынлаштырыу төп шарт булып тора.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Һырғанаҡ үҫендеһен яҙ ултыртыу хәйерлеҺырғанаҡ үҫендеһен яҙ ултыртыу хәйерле
Һырғанаҡ үҫендеһен яҙ ултыртыу хәйерле

Коллектив баҡсалағы участкаларҙа дүрт инә үҫемлектең уртаһына бер ат ултыртыу етә.

Яҙ ултыртыр алдынан өҫтәге, уңдырышлы тупраҡ өйөмөнә өс өлөш серетмә, 1 – 1,5 биҙрә ҡом, 0,5 – 08 кг суперфосфат, 10 – 15 г хлорлы калий, 0,6 – 09 кг эзбиз ҡушып, ентекләп бутала. Байыҡтырылған тупраҡ соҡорға кире тултырыла, ултыртҡас, һыу һибелә.

Һәүәҫкәр баҡсасылар йыш ҡына һырғанаҡтың атаһынан инәһен нисек айырырға тигән һорау менән мөрәжәғәт итә. Эйе, үҫенденең атамы, инәме икәнен тиҙ генә айырыуы ҡыйын, улар бер-береһенә ныҡ оҡшаған. Ултыртҡандан һуң, 3 -4 йыл үткәс, иртә яҙ бөрөләр бүрткәндә генә, тәжрибәле баҡсасы атамы, инәме икәнен айырып әйтә ала. Инә үҫенденең бөрөләре ике рәт тәңкәләр менән ҡапланған була. Ул инә үҫендеһе бөрөһөнә ҡарағанда эре һәм күп тәңкәләр менән ҡапланған. Ата һәм инә үҫенделәр айырым питомниктарҙа үҫтерелә һәм айырым һатыла.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова