

Ҡартайтам тиһә, ҡартайта,
Итә ул үҙһүҙлеген,
Тештәрҙе лә һирәгәйтә,
Элә калын күҙлеген.
Сәстәрҙе лә аҡҡа буяй,
Ә кемдәрҙекен - ҡоя,
Гримёр һымаҡ, йөҙҙәргә
Йыйырсыҡ яһап ҡуя.
Ҡан баҫымы менән уйнай,
Ҡолаҡты ҡатылата,
Хәтерҙе лә һайығайта,
Һалмағыраҡ атлата.
Һыҙланмаҫ өсөн кейҙерә
Йомшаҡ быйма аяҡҡа,
Тигеҙерәк йөрөһөн тип,
Таяндыра таяҡҡа.
Былар бар ҙа киләсәктә,
Әлегә беҙ йәп-йәштәр,
Шуның өсөн бокалдарҙы
Күтәрәйек, иптәштәр!
Юлдаш ӘХТӘМОВ.