

Үҫемлекте үҙегеҙ ҙә йәшел көйө ашау яҡшы, әммә шул уҡ ваҡытта киптерергә, туңдырырға, маринадларға ла мөмкин. Был осраҡта ла ул үҙенең файҙалы үҙенсәлектәрен юғалтмай.
Ҡышҡыһын иһә ашҡа, картуф, былау, ҡарабойҙайға ҡушып ашарға, салаттарға өҫтәргә була. Киптереү өсөн яҡшы елләтелгән урындар кәрәк.
Үҫемлектең химик составын ҡарағанда, унда В, С витаминдары, күҙәнәклек, органик кислоталар, эфир майҙары, каротин, кальций һәм башҡа файҙалы элементтар табырға мөмкин. Япраҡтарында һәм һабаҡтарында С витамины цитрус емештәргә ҡарағанда ла күберәк.
Бер балғалаҡ йәшел үләнгә 1,5 стакан ҡайнап торған һыу ҡойорға һәм бер сәғәт төнәтергә. Көнөнә ике тапҡыр ашар алдынан эсергә. Был төнәтмәнең зыяны юҡ, иммунитетты нығытырға ярҙам итә.
Урман йыуаһы сәстең үҫеүенә лә ыңғай тәьҫир итә. Пеләшлек янаусы ир-егеттәргә уның төнәтмәһен эсеү файҙалы.