Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель , 13:00

Өфө табибы самолетта өс кешене ҡотҡарған

Өфө - Новосибирск -Владивосток рейсында өс кеше сиратлап үҙҙәрен насар тойған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө табибы самолетта өс кешене ҡотҡарғанӨфө табибы самолетта өс кешене ҡотҡарған
Өфө табибы самолетта өс кешене ҡотҡарған

Беренсе пассажир ауырый башлағас, бортта табип эҙләгәндәр. Шул саҡта Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһында ойоштороу-методик эш буйынса баш табиптың урынбаҫары Динара Кулова ярҙамға килгән. Ул ҡан баҫымы төшкән, башы әйләнгән иргә ярҙам иткән.

Һуңынан осор алдынан  ҡан тапшырған кеше аңын юғалтҡан. Артабан өсөнсө ир ҙә аңынан яҙған. Табип ярҙамы менән өсөһөнөң дә хәле яҡшырған.

Самолет ергә төшкәс, уларҙы табиптарға тапшырғандар. Хәҙер уларҙың ғүмеренә хәүеф юҡ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова