Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель , 10:00

Кешенең кәмселеген йәшереү – сауап

Кешеләр араһында башҡаларҙың кәмселектәрен эҙләп йөрөүселәр йыш осрай. Ундай кешеләр үҙҙәре күҙәткәндәрҙең ғәмәлдәрен, һүҙҙәрен белергә теләй, икенсе бер кешеләрҙән дә был хаҡта һораша, белешә башлайҙар.

Кешенең кәмселеген йәшереү – сауапКешенең кәмселеген йәшереү – сауап
Кешенең кәмселеген йәшереү – сауап

Башҡаларҙың кәмселектәрен эҙләү ислам динендә тыйылған. Ҡөрьәндә әйткәнсә, иманлы кеше ҡәрҙәшенең Аллаһы Тәғәлә үҙе йәшергән кәмселектәрен эҙләмәҫ.

Пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. былай тигән: «Бер-берегеҙҙе күҙәтеп йөрөмәгеҙ, көндәш булмағыҙ. Көнләшмәгеҙ, бер-берегеҙҙе дошман тотмағыҙ. Эй, Аллаһ ҡолдары, ҡәрҙәштәр булығыҙ» (Бохари, Мөслим).

«Әл-Мустадрак» йыйынтығында әл-Хәким Аллаһ илсеһенең саллаллаһу ғәләйһиссәләмдең ошондай һүҙҙәрен килтерә:

«Ниндәйҙер кәмселекте күреп тә, уны йәшергән кеше ҡәбергә тереләй күмелгән ҡыҙсыҡтың тормошон һаҡлап ҡалыусыға тиңдер».

Был осраҡта кәмселек – кешене башҡалар алдында оятҡа ҡалдыра торған ғәҙәт, ул уны бүтәндәргә һиҙҙермәҫкә тырыша, ояла. Шуға мосолман ҡәрҙәшеңдең кәмселеген фаш итергә ярамай. Бының өсөн ҙур сауап яҙыла, тереләй күмелгән кескенә ҡыҙ баланың ғүмерен ҡотҡарып ҡалыу сауабына тиңдер.

Кеше иң тәүҙә үҙ гонаһ-хаталарын табып, шуны бөтөрөргә тырышһын. Мөьмин кеше кешеләрҙең ғәйебен эҙләмәй, ә үҙен яҡшырта.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас