Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апреля , 12:00

Һары умырзая файҙалы

Дауалау өсөн һары умырзаяның үләне (ер өҫтөндәге өлөшө) ҡулланыла.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Һары умырзая файҙалыҺары умырзая файҙалы
Һары умырзая файҙалы

Ул сәскә атҡан мәлендә әҙерләнә: тупраҡ өҫтөнән 5-10 см өҫтәрәк өлөшө ҡайсы йәки бысаҡ ярҙамында ҡырҡып алына. Тамыры менән йолҡоп алырға ярамай. Йыйылған үлән күләгәлә, ҡоро урында килтерелергә тейеш.

Һары умырзая үләненән әҙерләнгән төнәтмә йөрәк ауырыуҙары булғанда, тын ҡыҫылыуҙы баҫыу, йөрәктең һүлпән эшләүенән килгән шешенеүҙе юҡ итеү өсөн ҡулланыла. Был төнәтмә шулай уҡ нервылар ҡаҡшағанда ла, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы, тын алыу юлдары һәм үпкә шешкәндә лә файҙалы.

Ә нисек төнәтмә яһарғамы? 1 балғалаҡ киптерелгән ваҡланған һары умырзая үләнен 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан 1 аш ҡалағы эсергә.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова