Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель , 14:21

Тажик иле ҡунаҡ көтә

Өфөлә Евразия фәнни белем биреү үҙәгендә "Сәйәхәттең яңы офоҡтарын асабыҙ" тип аталған "түңәрәк өҫтәл" үтте.

Тажик иле ҡунаҡ көтәТажик иле ҡунаҡ көтә
Тажик иле ҡунаҡ көтә

Был сарала БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина, алдынғы туроператорҙар һәм республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. "Түңәрәк өҫтәл"дә сығыш яһаусылар Тажикстан республикаһына булған эш сәфәре һөҙөмтәһе менән таныштырҙы. Шулай уҡ был сарала тиҙҙән республика халҡы өсөн яңы туристик йүнәлештәр асылыуы хаҡында хәбәр иттеләр.

Тажик иле туристар өсөн бик мауыҡтырғыс булып һанала. Ундағы тауҙар, тәбиғәт, тарихи ҡомартҡылар бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ.

Шулай итеп, сәйәхәттең яңы офоҡтары асыла.

Фото авторҙан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас