

Был йүнәлеш айырыуса студенттар өсөн ҡыҙыҡлы һәм перспективалы һанала.
Пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) менән бәйле ғәскәр тураһында тулы һәм аныҡ мәғлүмәтте махсус сайтта табырға мөмкин. Унда хеҙмәт шарттары, талаптар һәм өҫтөнлөктәр ентекле аңлатылған.
Был өлкәлә хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөктәренең береһе – хәүефһеҙлек кимәленең юғары булыуы. БПЛА операторҙары, ҡағиҙә булараҡ, алғы һыҙыҡтан алыҫта эшләй, был иһә уларҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүефте кәметә. Шулай уҡ контракт нигеҙендә хеҙмәт итеүҙең ваҡыты һығылмалы: ул бер йылға төҙөлә. Был осор эсендә кеше үҙен һынап ҡарай ала, ә артабан хеҙмәтте дауам итергә йә иһә башҡа юл һайларға ҡарар итә.
Контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙең хоҡуҡтары ла яҡланған. Мәҫәлән, БПЛА операторын, уның ризалығынан тыш, башҡа һөнәргә йәки ғәскәр төрөнә күсереү тыйыла. Тимәк, кеше үҙе һайлаған йүнәлештә эшләүен дауам итә ала.
Социаль гарантиялар ҙа мөһим роль уйнай. Контракт төҙөүселәр тулы социаль пакет менән тәьмин ителә: дәүләт тарафынан ҡаралған бөтә түләү, льготалар һәм ярҙам сараһы уларға ҡағыла.
Студенттар өсөн айырым шарттар ҡаралған. Юғары уҡыу йорттарында белем алыусылар контракт төҙөп, академик отпуск алырға хоҡуҡлы. Иң мөһиме – хеҙмәттән һуң улар үҙҙәренең уҡыу урынына кире ҡайта ала. Хатта уҡыуҙа бурыстары булған осраҡта ла, контракт төҙөгәндән һуң улар ғәмәлдән сығарыла, ә студент хеҙмәттән ҡайтып, уҡыуын дауам итә.
Өҫтәүенә, әгәр студент хеҙмәткә тиклем коммерция нигеҙендә уҡыған булһа, контракт тамамланғас, уны бюджет бүлегенә күсереү мөмкинлеге лә бар. Был – йәштәр өсөн ҙур ярҙам.
Хеҙмәт барышында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүселәр өсөн өҫтәмә аҡсалата түләүҙәр ҙә ҡаралған. Мәҫәлән, хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәгән өсөн 50 меңдән 500 мең һумға тиклем премия бирелә.
Шулай итеп, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү – ул хәүефһеҙ, заманса һәм файҙалы тәжрибә биреүсе мөмкинлек. Был юлды һайлаған йәштәр үҙҙәрен яңы өлкәлә аса, илгә хеҙмәт итә һәм киләсәктә лә кәрәкле һөнәрҙе үҙләштерә ала.
Фото: Т. АМАНОВ.