Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель , 11:04

Буҙа

Буҙа – һыуһын ҡандырыусы, иҫ киткес туҡлыҡлы һәм организм өсөн бик шифалы булған эсемлек. Уны яҙға табан, организмға төрлө витамин кәрәк саҡта эскәндәр.

БуҙаБуҙа
Буҙа

Әбйәлил районында буҙа ҡойоу оҫталары күп. Учалы ҡалаһында йәшәгән Гөлсирә Нәбиуллина әсәһе Зәйтүнә апайҙан ҡалған рецепт менән бүлеште. Уларҙың туғандары Әбйәлил яҡтарында тора, шунда барғанда өйрәнгәндәр.

Буҙа ҡойоу өсөн 5 литр һыу, бер бәләкәй ҡап һоло ярмаһы, бер ҡап аҡ май, бер стакан ҡур кәрәк.

7 литрлыҡ кәстрүлгә 5 литр һыу ҡойоп, ҡайнатырға. Ҡайнап сыҡҡас, һоло ярмаһын ҡойоп, майҙы һалып, талғын утта 15 – 20 минуттай бешерергә. Төбө көймәһен өсөн туҡтауһыҙ болғатып торорға кәрәк. Был масса йылымыс булғас, һөҙөргә. Килеп сыҡҡан ҡатнашмаға ҡур өҫтәп, йылы итеп ябып ҡуйырға кәрәк. Буҙа өлгөргәс, тәменә ҡарап, шәкәр өҫтәп эсергә мөмкин.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас