Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Апреля , 17:33

Суперфиналда кемдәр еңеүсе булды?

Өфө сауҙа һәм иҡтисад колледжында “Шаян-лига – 2026” проектының суперфиналы гөрләп үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Суперфиналда кемдәр еңеүсе булды?Суперфиналда кемдәр еңеүсе булды?
Суперфиналда кемдәр еңеүсе булды?

Был ҙур сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырылған “2-се Шаян-лига ижади кластер проекты” буйынса ойошторолдо. Финал уйынында Дыуан, Әбйәлил, Тәтешле, Ишембай райондарынан һәм Өфө ҡалаһынан килгән 10 команда көс һынашты. Һәр команда “визитка” бәйгеһендә үҙенсәлекле итеп таныштырып, тамашасыларҙы көлдөрөрлөк ҡыҙыҡлы миниатюралар күрһәтте. Йәш юмористарҙың сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоуы, шаяртыуҙарының тапҡырлығы, милли рух менән һуғарылған сығыштары тамашасыларҙы һоҡландырҙы.

Ишембай районы Көҙән мәктәбенән килгән “Шилмалар” командаһы айырыуса иғтибарҙы йәлеп итте. Уларҙың етәксеһе Менәүәрә Зарипова һүҙҙәренсә, мәктәптә КВН хәрәкәте 2011 йылдан бирле әүҙем үҫешә. Бөгөнгө көндә ун уҡыусынан торған йәш команда өсөнсө йыл рәттән сығыш яһай.

— Балалар КВН-ды бик ярата. Был уйын уларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, телмәрен байыта. Башҡортса шаяртыуҙар аша улар туған телде лә тәрәнерәк өйрәнә. КВН-ға йөрөгән бала сәхнәлә үҙен ышаныслы тота, дуҫлыҡҡа ла өйрәнә, -  ти етәксе.

Ысынлап та, Өфөгә килеү үҙе бер ваҡиғаға әүерелгән. Команда ағзалары шул тиклем дәртләнеп йыйылған, хатта автобуста урын етмәгән балаларҙы ата-әсәләре үҙҙәре алып килгән. Был КВН хәрәкәтенең йәшәүен һәм киләсәктә лә үҫәсәген асыҡ күрһәтә.

“Шилмалар” командаһы ағзалары КВН менән генә сикләнмәй, улар “Дуҫлыҡ” театр түңәрәгендә лә әүҙем ҡатнаша, төрлө сараларҙа спектаклдәр ҡуя. Ноғман Мусиндың “Аҡ юл һиңә, уҡытыусым”, Мостай Кәримдең “Айгөл иле” әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған тамашалар - быға асыҡ дәлил.

Әбйәлил районы Атауҙы мәктәбенән килгән “Быймабаштар” командаһы ла финалда лайыҡлы сығыш яһаны. Команда яңы ғына ойошторолоуына ҡарамаҫтан, Сибай ҡалаһында үткән зона ярышында III урын яулап, финалға үтеүгә өлгәшкән. Был уларҙың ни тиклем тырыш һәм маҡсатлы булыуын күрһәтә. Уҡыусыларҙың сәхнәләге дәрте, күҙҙәрендәге осҡон - уларҙың киләсәктә тағы ла ҙур уңыштарға ирешәсәгенә ишара.

Шулай итеп, номинациялар, еңеүселәр ошолай билдәләнде:

«Тамашасы һөйөүе» - «Тәтешле телевидениеһы - ТТ» командаһы;

«Йыл асышы» - Әбйәлил районының Атауҙы мәктәбенән «Быймабаштар» командаһы.

III урын -  Өфөнән Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан «Башстайл» командаһы; Дыуан районының Мәсәғүт ауылындағы Тимер Йосопов исемендәге республика лицей-интернатынан «Төньяҡ амурҙары» командаһы;

Ишембай районының Көҙән мәктәбенән «Шилмалар» командаһы;

Әбйәлил районының Тупаҡ мәктәбенән «Тупаҡ»  командаһы.

lI урын - Ишембай районының Этҡол мәктәбенән «Замана балалары» командаһы;

Ишембай районының Кинйәбулат мәктәбенән «4К» командаһы.

I урын - Өфөнөң 17-се мәктәбенән «Ун етенсе йыһан» командаһы.

Гран-приҙы Өфөнөң  Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһынан «Етегән+1» яулап һөйөндө.

Уйын тамам. “Шаян-лига – 2026” суперфиналы тағы ла бер тапҡыр башҡорт йәштәренең  бик һәләтле, ижади эшләй белеүен күрһәтте.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова