Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Апрель , 11:51

Сумканы дөрөҫ тотаһығыҙмы?

Сумканы беләктә йөрөтөү йылдың төп тренды булып һанала.

Сумканы дөрөҫ тотаһығыҙмы?Сумканы дөрөҫ тотаһығыҙмы?
Сумканы дөрөҫ тотаһығыҙмы?

Был мода ғына түгел икән. Әгәр сумканың ҡайышын яурынға элһәгеҙ, кәүҙә ауырлыҡты тоторға тырыша һәм көмөрәйә. Беләктә генә тотһағыҙ, киреһенсә, тураяһығыҙ. Өҫтәүенә, йәш, һомғол булып күренәсәкһегеҙ. Тик бер кәңәште онотмағыҙ. Сумка уртаса ҙурлыҡта булырға тейеш. Әлбиттә, уның эсендә иң кәрәкле әйбер генә ҡалһын. Ауыр сумканы беләк күтәрә алмай.

Бер көн булһа ла шулай йөрөп ҡарағыҙ әле.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас