Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Апреля , 05:51

Бәләбәйҙә Берҙәм консультациялар көнө үтәсәк

28 апрелдә Бәләбәй ҡалаһында махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре өсөн Берҙәм консультациялар көнө уҙғарыласаҡ. Сараны Башҡортостанда «Ватан һаҡсылары» фонды филиалы ойоштора.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бәләбәйҙә Берҙәм консультациялар көнө үтәсәкБәләбәйҙә Берҙәм консультациялар көнө үтәсәк
Бәләбәйҙә Берҙәм консультациялар көнө үтәсәк

Сарала шулай уҡ Бишбүләк, Йәрмәкәй һәм Миәкә райондарының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре ҡатнашырға саҡырыла. Осрашыу барышында геройҙарҙың ғаиләләренә психологик, медицина, социаль һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеләсәк. Консультацияларҙы төрлө профиль ойошмалары белгестәре – «Ватан һаҡсылары» фонды филиалы, Рәсәй Оборона министрлығының Хәрби-социаль үҙәге, Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Социаль фонды, Башҡортостан Республикаһы буйынса Роспотребнадзор идаралығы, Республика табип-физкультура диспансеры, Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар палатаһы, Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһы Нотариаль палатаһы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт юридик бюроһы, Башҡортостан Республикаһының Хәрби комиссариаты, Өфө ҡалаһының Республика клиник психотерапия үҙәге, суд приставтары федераль хеҙмәтенең республика идаралығы, район дауаханаһы табиптары һәм башҡалар үткәрәсәк.

Осрашыу урыны: Үҙәк мәҙәниәт һарайы (Бәләбәй ҡалаһы, Әмиров урамы, 10А). Инеү ирекле.

Ваҡыты: 10:00–14:00 (алдан яҙылыу талап ителмәй).

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова