

Белгестәр әйтеүенсә, кандидаттарҙы бөтә кәрәкле күнекмәләргә өйрәтәләр. Әммә иң мөһиме — ныҡлы ҡарар ҡабул итә белеү һәм юғары иғтибарлыҡ.
БПЛА операторы Руслан Мингазов билдәләүенсә, дрондар менән эш иткәндә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк:
«Дронды бейеклеккә күтәрәһең, зум ҡулланаһың, тимәк, бик бәләкәй нөктәне күрә белергә тейешһең. Мин элек уйын приставкаһында уйнай инем, шуға джойстик менән идара итеү тәжрибәһе булды. Ҡул бармаҡтарым яҡшы үҫешкәйне. Пультты ҡулға алғас, идара итеүҙе тиҙ аңланым. Әммә осороуы әҙерәк ҡатмарлыраҡ булды».
Уның һүҙҙәренсә, төп йүнәлештәрҙең береһе — разведка һәм махсус йөк ташлау . Шулай уҡ һөжүм итеүсе дрондар ҙа ҡулланыла, уларҙың бурысы — маҡсатты юҡ итеү. Бындай аппараттар снарядтар менән оса һәм хатта танктар аҫтына үтеп инеү мөмкинлегенә эйә. Әммә уларҙың идара итеү системаһы башҡасараҡ — вертолёт тибында, стабилизацияһы юҡ, шуға күрә тәжрибә талап ителә.
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инеү тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте махсус сайтта йәки «Башҡортостандың пилотһыҙ ғәскәрҙәрендә хеҙмәт» чат-боты аша белергә мөмкин.
Фото: Т. АМАНОВ.