Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Апрель , 09:49

Олоһо ла, кесеһе лә килгән ине

Бөгөн Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» яҙҙылар. Был сара Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдә башҡорт телен танытыу һәм популярлаштырыу маҡсатында үткәрелде.

Олоһо ла, кесеһе лә килгән инеОлоһо ла, кесеһе лә килгән ине
Олоһо ла, кесеһе лә килгән ине

Халыҡ-ара диктантты уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәйҙәр, килгән ҡунаҡтар яҙҙы. Был сараны гимназияның ҡурай ансамбле, 9а класы уҡыусыһы Боташев Ильяс, 3в класы уҡыусыһы Сәфәрғәлин Батырхан йыр менән биҙәне. Ҡунаҡтар өсөн диктант текстын гимназияның абруйлы уҡытыусылары Лилиә Бикбаева һәм Эльмира Хәсәнова уҡыны. Күптәр милли кейем кейеп килде. Иң бәләкәй ҡатнашыусы балалар баҡсаһына йөрөһә, иң олоһона 74 йәш ине. Сара барыһына ла оҡшаны.

Фото: Юлай Кәримов.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас