Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Апрель , 08:00

Күберәк ата-әсәйем өсөн борсолам, ти БПЛА операторы

Белоретта йәшәүсе Данила махсус хәрби операцияла  БПЛА операторы булып китеү өсөн «Защитник» контракты буйынса Өфөләге граждандарҙы һайлап алыу пунктына килгән.

Күберәк ата-әсәйем өсөн борсолам, ти БПЛА операторыКүберәк ата-әсәйем өсөн борсолам, ти БПЛА операторы
Күберәк ата-әсәйем өсөн борсолам, ти БПЛА операторы

Ул  Красноярск крайында танк подразделениеһында хеҙмәт иткән, ә хеҙмәттән ҡайтҡас, төҙөлөштә эретеп йәбештереүсе булып эшләгән. Ул компьютер уйындары, бигерәк тә теүәллек, тиҙлек һәм фекерләү талап ителгәндәре, шулай уҡ джиу-джитсу менән мауыға.

— Мин яңылыҡтарҙы күҙәтәм, РФ Оборона министрлығының яңылыҡтарын уҡыйым, унда беҙҙең илгә осоусы ВСУ дрондарын юҡ итеү тураһында хәбәр ителә. Шунда уҡ йыш ҡына Рәсәй Ҡораллы көстәрендә пилотһыҙ системалар булдырыу тураһында яҙалар. Мин һайлап алыу пунктына маҡсатлы рәүештә БПЛА операторы булыр өсөн килдем. Геймер күнекмәләренә эйә йәш егеттәр кәрәк, тиҙәр. Ә бының менән минең барыһы ла тәртиптә — йыш еңдем. Мин беләм, ысын һуғышта барыһы ла күпкә етдиерәк. Әммә күҙҙәрем үткер, бармаҡтарым хәрәкәтсән, физик әҙерлегем дә һуңғы урында түгел. Шуға күрә оҫта һәм профессиональ дронсы булырға ниәт итәм, — ти Данила.

Даниланың бер иптәше СВО-ла сапёр булып хеҙмәт итә, икенсеһе — разведкала, ә өсөнсөһө — нығытыусы. Улар ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡас, йәштәр менән осраша һәм хеҙмәт тураһында һөйләй.

— Мин патриот, атай-әсәйем шулай тәрбиәләне. Күберәк улар өсөн борсолам. Туғандарым ебәрҙе, әллә ни ҡаршы килмәнеләр, аңлап ҡаранылар. Дөрөҫөн әйткәндә, күптән һуғышҡа ашҡынам. Ахырғы ҡарарҙы ҡабул иткәнсе яҡынса бер ай уйланым. Дронсыларға ҡушылырға теләгән башҡа йәштәштәремә лә кәңәш итәм. Бергә хеҙмәт итербеҙ һәм еңеүҙе яҡынайтырбыҙ, — ти Данила.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас