

Шундай ярҙам алған кешеләрҙең береһе — Александр Пихтовников. Ул Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, 2023 йылдың октябрендә хәрби бурысты үтәгән саҡта һул терһәк быуынына мина-шартлау яраһы ала. Хәҙер ветеран ғаиләһе менән шәхси йортта йәшәй: үҙ аллы ремонт эштәре башҡара, шахмат турнирҙарында әүҙем ҡатнаша. Тормош иптәше менән бергә өс бала тәрбиәләйҙәр.
Торлаҡты яраҡлаштырыу Александр Михайлович өсөн ҙур ярҙам булып тора һәм көнкүреш шарттарын күпкә уңайлыраҡ итә. Уның йортонда «аҡыллы йорт» системаһы урынлаштырылған: төрлө датчиктар һәм һүндергестәр көндәлек эштәрҙе еңеләйтә. Шулай уҡ уңайлы эш урыны булдырылған — бейеклеге көйләнә торған өҫтәл, яңы компьютер һәм «аҡыллы» домофон ҡуйылған. Аҡыллы колонка ярҙамында ветеран робот-саң һурҙырғысты һәм «аҡыллы» розеткаларҙы идара итә ала.
«Ватанды һаҡлаусылар» филиалының социаль координаторҙары ветеран менән даими бәйләнештә тора. Элегерәк улар уға махсус кейем йыйылмаһы һәм спорт тренажёры алыуға ла ғариза юллаған.
Дөйөм алғанда, республикабыҙҙа махсус операция ветерандарынан 74 кешенең торлағы яраҡлаштырылған. Был эш ветерандарҙың тормош сифатын күтәрергә ярҙам итә.
Фото: Т. АМАНОВ.