

Ҡурҡмағыҙ, хоккейсы иҫән-һау. Ул бары тик карьераһын тамамлауы тураһында иғлан иткән.
Шведҡа әле 39 йәш. Линус 2015 йылдан 2020 йылға тиклем "Салауат Юлаев" өсөн уйнаған, 285 уйын үткәргән һәм 271 мәрәй йыйған. Ҡатмарлы холоҡло булыуына ҡарамаҫтан, ул тамашасыларҙың яратҡан уйынсыһы һәм ҡаршы уйынсыларға дәһшәт менән янаған. Юҡтан гол яһау һәләте өсөн уны "Волшебник" тип атағандар.