Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Апрель , 11:35

Шоколадлы тултырма

Тәмлекәсте әҙерләү өсөн тәмләткестәр ҡушылмаған, ыуалып торған печенье һәм сифатлы какао-порошок алырға.

Шоколадлы тултырмаШоколадлы тултырма
Шоколадлы тултырма

Кәрәк була:

500 грамм печенье,

180 грамм аҡ май,

3 ҡалаҡ шәкәр,

3–4 ҡалаҡ какао (өймәләм),

150 грамм һөт,

100 грамм сәтләүек.

Һибеү өсөн:

1 ҡалаҡ кукуруз крахмалы,

1 ҡалаҡ шәкәр пудраһы.

Уҡлау йәки ҡул менән печеньены ваҡларға. Бер өлөшөн эрерәк киҫәккә бүлергә. Сөм һауытта аҡ май, һөт, какао һәм шәкәрҙе болғай-болғай иретергә. Ошо массаны әҙер печенье өҫтөнә ҡойорға һәм яҡшылап болғарға, ваҡланған сәтләүек өҫтәргә. Татлы массаны ике шыптырға бүлеп һалырға һәм тултырма кеүек формаға әүәләргә. 3–4 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Шоколадлы тултырма өҫтөнә шәкәр пудраһы, кукуруз крахмалы һибергә була.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас