Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Апрель , 08:09

Әлшәйҙәр поезда диктант яҙа аласаҡ!

Иртәгә уҙасаҡ оло сара - Башҡорт теленән халыҡ – ара диктантҡа Өфө - Раевка маршруты буйынса барған «Ласточка» ҡала яны поезында ла үтәсәк.

Әлшәйҙәр поезда диктант яҙа аласаҡ!Әлшәйҙәр поезда диктант яҙа аласаҡ!
Әлшәйҙәр поезда диктант яҙа аласаҡ!

 Сара поездың төп вагонында үтәсәк. Диктантлы маршрут Өфө тимер юл вокзалынан 13:40 сәғәттә ҡуҙғаласаҡ.

Диктант тексын "Бүреләр" төркөмө солисы Илшат Абдуллин уҡыясаҡ. Ҡатнашыусыларға башланғыс ҡатмарлыҡ кимәле тәҡдим ителәсәк, был башҡорт телен белеү кимәленә ҡарамаҫтан, теләгән һәр кемгә акцияға ҡушылырға мөмкинлек бирәсәк. 


Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас