Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Апреля , 10:44

600-ҙән ашыу майҙансыҡ: «Башҡорт теленән диктант – 2026»

«Башҡорт теленән диктант – 2026» халыҡ-ара белем биреү акцияһы үҙенең географияһын киңәйтеүен дауам итә. Быйыл акцияға 615 офлайн-майҙансыҡ ҡушылды, майҙансыҡтарҙа ҡатнашыусылар өсөн дөйөм урындар һаны 31 400-ҙән ашыу.

600-ҙән ашыу майҙансыҡ: «Башҡорт теленән диктант – 2026»600-ҙән ашыу майҙансыҡ: «Башҡорт теленән диктант – 2026»
600-ҙән ашыу майҙансыҡ: «Башҡорт теленән диктант – 2026»

 

Акция 2026 йылдың 17 апрелендә онлайн һәм офлайн форматтарҙа уҙғарыла. Унда йәшенә, белем кимәленә һәм йәшәгән урынына ҡарамай теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Майҙансыҡтарҙың төп өлөшө Рәсәйҙә урынлашҡан — 613 майҙансыҡ, шул уҡ ваҡытта акция халыҡ-ара кимәлгә сыға: диктантты офлайн форматта Румыния һәм Үзбәкстан ҡатнашыусылары ла яҙа аласаҡ.

Төбәктәр араһында лидер — Башҡортостан Республикаһы (558 майҙансыҡ). Шулай уҡ әүҙем ҡатнашыусылар:

  • Силәбе өлкәһе — 21 майҙансыҡ
  • Ырымбур өлкәһе — 7 майҙансыҡ
  • Ҡурған өлкәһе — 2 майҙансыҡ
  • Свердловск өлкәһе — 2 майҙансыҡ
  • һәм башҡа Рәсәй төбәктәре

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, диктант өс кимәлдә үткәрелә:

  • башланғыс кимәл — 418 майҙансыҡ
  • иркен кимәл — 163 майҙансыҡ
  • төньяҡ-көнбайыш диалект — 34 майҙансыҡ

Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә диктант традиция буйынса ҡаланың иң ҙур белем биреү һәм мәҙәни майҙансыҡтарында уҙғарыла, шул иҫәптән:

  • Башҡорт дәүләт педагогия университеты
  • Башҡорт дәүләт университеты
  • «Тура-хан» тарихи-мәҙәни комплексы
  • Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты

Офлайн форматта ҡатнашыу өсөн үҙегеҙгә уңайлы майҙансыҡты һайлап, акцияның рәсми сайтында теркәлергә кәрәк. Майҙансыҡтарҙың тулы исемлеге һәм актуаль мәғлүмәт түбәндәге сайтта урынлаштырылған: https://bashdictant.ru/

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас