Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апреля , 19:22

Тыныс йәшәү сере

Ике йорт йәнәшә тора. Бер йорттан һәр ваҡыт ҡысҡырыш, талаш ишетелә, ә икенсеһендә - тынлыҡ. Бер ваҡыт тағы ла ир менән ҡатын әрләшә. Шунда ҡатын иренә: «Һин бер ҙә күрше йорттан талаш, ығы-зығы ишеткәнең бармы? Мин дә ишеткәнем юҡ. Бар ҙа белеп кил әле, улар нисек шулай йәшәй?» Ир күрше йорттоң тәҙрәһе янында йәшеренеп күҙәтә башлай.

Тыныс йәшәү сереТыныс йәшәү сере
Тыныс йәшәү сере

Күрше йортта һәр кем үҙ эше менән мәшғүл: ҡатын кухняла, ир өҫтәл артында нимәлер яҙа. Шул ваҡыт телефон шылтырай. Ир тиҙ генә сығып китә лә, үтеп барышлай вазаны эләктереп ебәрә… ваза иҙәнгә төшөп ватыла. Ир шунда уҡ тубыҡланып, тиҙ генә ваза киҫәктәрен йыйырға тотона. Кухнянан ҡатын йүгереп сыға, ул да тубыҡланып, иренә ярҙам итә башлай.

Ир әйтә:

- Ғәфү ит, ҡәҙерлем… телефонға ашыҡҡанда вазаны эләктереп ваттым. Ҡатын яуап бирә:

- Юҡ, ҡәҙерлем, был минең ғәйеп. Мин уны һин эләктерерлек итеп ҡуйғанмын. Улар ҡосаҡлашалар, ваза киҫәктәрен йыйып бөтөрәләр ҙә һәр береһе үҙ эше менән шөғөлләнә башлай. Ир өйөнә ҡайта.

Ҡатыны һорай:

- Нисек, теге тыныс йорттоң серен белдеңме?

- Белдем… Уларҙың ғаиләһендә икеһе лә ғәйепле, ә беҙҙә -икеһе лә һәр ваҡыт хаҡлы.

Яратығыҙ һәм бәхетле булығыҙ!

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас