Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апреля , 08:10

Үҙ-үҙеңде ғәйепләү яман шешкә килтерә

Күңеллегеҙҙәге хистәр һаулыҡҡа йоғонто яһай. Мәҫәлән, көнсөл кешеләр, башҡалар менән сағыштырғанда, 2,5 тапҡыр йышыраҡ инфаркт кисерә. Көнсөллөк — йөрәк өсөн ағыу кеүек.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үҙ-үҙеңде ғәйепләү яман шешкә килтерәҮҙ-үҙеңде ғәйепләү яман шешкә килтерә
Үҙ-үҙеңде ғәйепләү яман шешкә килтерә

Ҡыҙғаныу. Был хис организмдағы гормональ тигеҙлекте боҙа, бигерәк тә енси гормондарҙы, атап әйткәндә тестостерон кимәлен төшөрә. Был айырыуса ир-егеттәр өсөн хәүефле.

Үҙеңде ғәйепләү. Даими үҙеңде ғәйепләү етди ауырыуҙарға, шул иҫәптән яман шешкә килтереүе ихтимал. Бындай кешеләр йыш ҡына һалҡын тейеүҙән дә интегә.

Үҙеңде ҡыҙғаныу. Был хис бауыр эшмәкәрлегенә насар йоғонто яһай, хәлһеҙлек гормонын бүленеүен арттыра, ҡандағы шәкәр кимәлен кәметә. Ашҡаҙан-эсәк системаһында проблемалар тыуҙыра.

Һаранлыҡ. Һаран кешеләр йыш ҡына ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән яфалана. Был хәл булимия йәки анорексияға килтереүе ихтимал. Һаран кеше янында ауырыу һәр ваҡыт тиерлек була.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова