

Улы Әхсән Мырҙағәлин бала саҡтан уҡ йыр-моң ярата. «Өмөт» балалар ансамбленә йөрөй, мәктәп йылдарында төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡортостан Президенты шыршыһында ҡатнашыуы ла уның тырышлығын, һәләтен күрһәтә. Уҡыған ваҡытта спорт менән шөғөлләнә, сәләмәт тормош алып бара.
Артабан Сибай институтында уҡый башлай ҙа, академик ял алып, армияға китә. Чечняла барған һуғыш йылдарында ла хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Илгә ҡайтып, үҙ ҡулдары менән йорт һала, тормошон яйға һалып, ғаилә ҡора. Уның улы һәм ҡыҙы үҫеп килә. Һөнәрле кеше булараҡ, иретеп йәбештереүсегә уҡый, Магнит ҡалаһында һәм Себерҙә лә эшләп ала.
Әсәһе Әсмә апай һөйләүенсә, улы алтын ҡуллы, оҫта кеше була. Ағасҡа ла, тимергә лә маһир, йортон үҙе төҙөй. Кешеләргә ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙер тора.
Махсус хәрби операция башланғас, ул мобилизацияға эләгә. Ниғәмәт ауылынан киткән ете егеттең береһе була. Штурмовой полкта хеҙмәт итә, командир итеп ҡуйыла, младший сержант званиеһын ала. Һуғышҡа тиклем инфаркт кисерһә лә, кире ҡайтырға риза булмай: «Йәш егеттәрҙе кем ҡарар?» – тип, үҙ бурысын аҙағынаса үтәй. Ул һәләк булған яугирҙарҙы яу яланынан сығарыуҙа ҡатнаша. Йәш яугирҙарға атай урынында була, уларҙы һаҡлай, ярҙам итә.
Махсус операция биләмәһендә лә мунса төҙөй, өҫтәл-ултырғыстар эшләй. Артур Ғәҙелшин менән дуҫлыҡ ептәре лә уның ихласлығын күрһәтә. Яугирҙар хатта «Баймаҡтар» тип яҙылған таблица элеп ҡуя – был уларҙың берҙәмлеген, тыуған яҡҡа һөйөүен сағылдыра.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул батырҙарса һәләк була. Снайпер уға йөрәгенә тоҫҡап ата. Ырымбур егеттәре уны яу яланынан алып сыға. Әхсән тыуған ауылына ҡайтарылып, ҙур хөрмәт менән ерләнә. Халыҡтың күпләп йыйылыуы уның ниндәй абруй ҡаҙанғанын дәлилләй.
Әсәһе Әсмә апай улы иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн фонд аса. Мәктәптә яҡшы уҡыған, спортта әүҙем булған уҡыусыларға премиялар тапшыра. Ниғәмәт мәктәбенә уның исемен биреү буйынса ла хат яҙып юллай башлай. Тик әлегә эш туҡталып ҡалған.
Улы тере саҡта әсәһенә һәр ваҡыт терәк-таяныс була: утын-бесәнен әҙерләшә. Тыуған көндәрҙә әсәһенә ялан сәскәләре бүләк итә. Әхсән ауылдаштарына ла ихлас ярҙам итә – утын- бесәндәрен алып килергә булыша, йәштәрҙе трактор йөрөтөргә өйрәтә.
Әсмә апай үҙе лә ижад кешеһе. Ул шиғырҙар, йырҙар яҙа. Улына бағышланған тәүге йыры ла уның тере сағында уҡ яҙыла. Бөгөн ул улының яҡты иҫтәлеген һаҡлап, кешеләрҙең ихтирамын тойоп, изгелеккә өндәп йәшәй.
Әхсән кеүек батырҙарҙың ғүмере – илгә тоғролоҡ, кешеләргә ярҙамсыллыҡ, ғаиләгә һөйөү өлгөһө. Ундай улдарҙы халыҡ онотмай, уның исеме мәңге хәтерҙә ҡалыр.
АВТОР фотоһы һәм видеоһы.