Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель , 13:14

Ирекмән егеттәр юғалған яугирҙарҙы ла эҙләшә

Баймаҡта үткән «Юридик десант. Ватан һаҡсылары» республика акцияһы барышында Күсей ауылынан Рәхимә Кинйәбаева менән осрашыу күңелдә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Уларҙың улы Таһир 2022 йылда өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, махсус хәрби операцияға юлланған.

Ирекмән егеттәр юғалған яугирҙарҙы ла эҙләшәИрекмән егеттәр юғалған яугирҙарҙы ла эҙләшә
Ирекмән егеттәр юғалған яугирҙарҙы ла эҙләшә

Был ваҡытта йәш егет баш ҡалала стоматологияла  эшләп йөрөй, яңы ғына ғаилә ҡороп, тормош юлын башлап ебәргән була. Әсә өсөн бындай хәлде ҡабул итеү еңелдән булмай. Ул улының тәрбиәле, намыҫлы булып үҫеүе менән ғорурланып һөйләне.

Таһир хеҙмәт иткән арала өс тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайта. Әммә уның юлы еңелдән булмай. Ҡустыһы ут эсендә булғанда, бер туған ағаһы Илназ Кинйәбаев тыныс ҡала алмай — ул туғанын күреү, ярҙам итеү маҡсатында махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам ташый.

2024 йылда, ни бары 28 йәшендә, Таһирҙың ғүмере өҙөлә. Һәләк булғас, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән  бүләкләнә.

Был ауыр ҡайғыға ҡарамаҫтан, ағаһы Илназ ярҙам эшен туҡтатмай. Киреһенсә, ул дуҫтары — Рушан Ишберҙин, Рифат Баймөхәмәтов, Рөстәм Байназаров, Юнир Әхмәтов менән бергәләп, үҙ машиналарында 15–16 тапҡыр гуманитар ярҙам алып барып еткерә. Юл ниндәй генә булмаһын, ауырлыҡтар осрамаһын,  блиндаждарға тиклем барып етәләр. Уларҙың хатта дрондарҙан ҡасҡан мәлдәре лә була.

Был егеттәрҙең һәр береһенең үҙ ғаиләһе лә бар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар ирекмәнлек эшен ташларға йыйынмай. Һәр аҙымдары  ысын маҡтауға лайыҡ.

– Улар юлға сыҡҡанда хәйер биреп, доға уҡып, йөрәгебеҙҙе тотоп, көтөп ултырабыҙ. Егеттәр юғалғандарҙы ла эҙләшә, ата-әсәләренең күстәнәстәрен дә үҙ ҡулдары менән алып  барып еткерә, – ти Рәхимә апай.

Ағаһы Илназ ҡустыһын танырға  ла бара. Был уның уға булған һөйөүен, тоғролоғон тағы ла асыҡ күрһәтә.

Таһирҙың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында, ғаилә үҙ көсө менән былтыр ноябрҙә Ирәндек зонаһында шашка, өҫтәл теннисы, волейбол буйынса спорт ярыштары ойоштора башлаған. Был эште киләсәктә лә дауам итергә уйлайҙар. Яугир  исеме лә, уның яҡындарының изге эше лә халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланыр.

 

АВТОР фотолары.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас