Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апреля , 14:11

Гонаһтарың һине һөйләүсегә күсә

Кеше һүҙ арҡаһында үпкә һаҡлай, аралар боҙола.

Гонаһтарың һине һөйләүсегә күсәГонаһтарың һине һөйләүсегә күсә
Гонаһтарың һине һөйләүсегә күсә

Ысынында иһә һүҙ бер нәмә лә түгел. Мәҫәлән, шар өрәбеҙ, ул ҙур булып күренә, ә эсендә бушлыҡ ҡына. Һүҙ ҙә шулай уҡ. Беҙ һүҙгә артыҡ иғтибар бирәбеҙ.

Кемдер хурлаһын, әрләһен теләһә нәмә әйтһен – әгәр һин ғәйепһеҙ икәнһең, һине ни ҡәҙәр һөйләйҙәр, шул ҡәҙәр һиңә сауап өҫтәлә. Һинең гонаһтарың һине һөйләүсегә күсә, ә уларҙың изгелектәре һиңә күсә.

Ҡайһы берәүҙәр хатта махсус рәүештә асыуыңды сығарыу өсөн юҡ-бар һөйләй. Вулкандар урғылһын, йондоҙҙар һибелһен, диңгеҙҙәр шаулаһын, ҡаялар ярылһын – ысын мөьминдең күңеле тыныс булырға тейеш.

Ҡөрьәндә Аллаһы Тәғәлә былай тигән:

«Динһеҙҙәр, ике йөҙлө кешеләр һеҙҙе юлдан яҙҙырыр өсөн төрлө һүҙҙәр әйтер. Әгәр һеҙ уларға яуап бирмәһәгеҙ, уларға иң ҙур яза шул булыр. Улар һеҙҙән яуап алып, шуны тағы ла көсәйтеү өсөн шулай эшләй. Был эште Аллаһҡа тапшырығыҙ – Ул һәр кемгә лайыҡлыһын бирер».

Әгәр һинең турала һөйләйҙәр икән: «Мин дә берәйһе тураһында урынһыҙ һөйләнемме икән әллә?» – тип уйла. Ундай ғәйебең юҡ икән, борсолма. Беҙҙе һөйләгән кеше, ысынбарлыҡта, беҙҙе паҡлай, таҙарта. Ҡиәмәт көнөндә, ғәмәлдәр үлсәнгән саҡта кешеләр: «Беҙҙе күберәк һөйләһәләр, урынһыҙға кәмһетһәләр ине», – тип үкенер, ти.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас