Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апреля , 13:39

Өфө яугиры штурм төркөмөн дрон һөжүменән ҡотҡарған

Был хаҡта Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәтенән хәбәр итәләр.

Өфө яугиры  штурм төркөмөн дрон һөжүменән ҡотҡарғанӨфө яугиры  штурм төркөмөн дрон һөжүменән ҡотҡарған
Өфө яугиры штурм төркөмөн дрон һөжүменән ҡотҡарған

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы гвардия ефрейторы Егор Я 2024 йылдан алып БПЛА иҫәбе начальнигы вазифаһында хеҙмәт итә. Донецк Халыҡ Республикаһындағы бер тораҡ пункты янында уға төндә штурм төркөмдәренең хәрәкәт маршрутын тикшереү бурысы йөкмәтелә.

Бирелгән район өҫтөнән осош башҡарғанда, Егор үҙ яугирҙарына табан яҡынлашҡан дошмандың ауыр дронын асыҡлай. Ул был хаҡта кисекмәҫтән батальон командирына хәбәр итә һәм күҙәтеүҙе дауам итә. Һөжүм хәүефе тураһында ваҡытында иҫкәртелгән штурм төркөмө уңайлы позиция биләй һәм атыш ҡоралы ярҙамында дошмандың БПЛА-һын юҡ итә.

Хәрби частан килгән рәхмәт хатында былай тиелә:

«Иғтибарлылығы һәм урынды яҡшы белеүе арҡаһында гвардия ефрейторы хәүефте ваҡытында асыҡланы. Был шәхси состав араһында юғалтыуҙарға юл ҡуймаҫҡа һәм дошманға зыян килтерергә мөмкинлек бирҙе. Хеҙмәте дауамында Егор Я. үҙен яуаплы, белемле, башланғыс күрһәтеүсе хәрби хеҙмәткәр итеп танытты».

Өфө егетенең батырлығы — ил һаҡсыларының ҡаһарманлығының сағыу миҫалы.

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас