Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель , 05:30

Беҙ, башҡорттар - бик дан халыҡ

#ЮлайКәримовфотоһы

Беҙ, башҡорттар - бик дан халыҡБеҙ, башҡорттар - бик дан халыҡ
Беҙ, башҡорттар - бик дан халыҡ

Беҙ, башҡорттар - бик дан халыҡ,
Сыҡҡанбыҙ бер тамырҙан.
Ләкин яҙмыш әүәләгән
Беҙҙе төрлө ҡамырҙан.
Берәүҙәр изге күңелле,
Кемдеңдер нәфсеһе ҙур.
Ағыу сәсә ғәйбәтселәр,
Иманлынан аға нур!
Кәфендектең кеҫәһе юҡ,
Кәрәкме байлыҡ туплау?
Кешелекле булыу зарур,
Иманды кәрәк хуплау!
Тормош беҙҙе әүәләгән
Төрлө он һәм ҡамырҙан.
Сыныҡтырған, кеше иткән,
Йә, аҡылдан яҙҙырған...
Төрлө ҡамыр: тоҙһоҙ, әсе,
Күгәреп ҡатҡан, сөсө.
Ваҡыт әүәләй заманды,
Етәрме икән көсө?!
Иһ, беҙ төрлө холоҡло шул,
Шунда бөтә эш, хикмәт.
...Ҡабарырмы икән ҡамыр,
Уңып бешерме икмәк?!

 

Рамай Ҡаһир

#ЮлайКәримовфотоһы

"Йәшлек"те МАХ-та уҡы!" ⏬

https://max.ru/yeshlek_gazite

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас