Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апреля , 17:24

БПЛА операторҙары ярышты

Йылайыр районында БПЛА операторҙары араһында асыҡ ярыштар ойошторолдо.

БПЛА операторҙары ярыштыБПЛА операторҙары ярышты
БПЛА операторҙары ярышты

Сара район етәкселеге башланғысы  менән Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы ҡарамағындағы БПЛА операторҙарын практик әҙерләү үҙәге ярҙамында уҙғарылды. Ярыштарҙа Өфө, Ишембай ҡалалары һәм Йылайыр районы командалары ҡатнашты. Ярыштарҙы асыу тантанаһында Юлдыбай аграр колледжының директоры Илшат Әминев билдәләүенсә, Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса төбәктәге урта һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыу программаларына БПЛА операторҙарын әҙерләү кеүек талап ителгән йүнәлеште әүҙем индерә. Был һөнәр эйәләре бөгөн илдең ҡораллы көстәрендә генә түгел, ә башҡа күп өлкәләрҙә, шул иҫәптән ауыл хужалығында ла ҙур ихтыяж менән файҙалана.

Ярыш барышында ҡатнашыусылар бәләкәй габаритлы дрондар менән идара итеү оҫталыҡтарын күрһәтте. Көслөләр рәтендә Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы студенттары алдынғылыҡ яуланы. Өсөнсө урынды Ишембай ҡалаһындағы йәш техникалар йорто командаһынан Инсаф Ғөбәйҙуллин алды. Икенсе урын — Никита Степанов (Өфө колледжы), ә беренсе урынды уның командашы Александр Кравченко яуланы.

Сарала шулай уҡ ауыл хужалығында ҡулланылған махсус дрон да күрһәтелде. БАШ-ФУНГИЦИД компанияһы вәкилдәре килтергән агродрон баҫыуҙарҙы ҡый үләндәренән һәм ҡоротҡостарҙан эшкәртеү мөмкинлектәрен күрһәтте. Ярыштан һуң үткән «түңәрәк өҫтәл»дә компания директоры Флорит Ғараев ауыл хужалығында дрондарҙы ҡулланыуҙың иҡтисади файҙаһы һәм үҫеш перспективалары хаҡында һөйләне.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, БПЛА иҫәпләүе командиры Евгений Седых хәрби шарттарҙа был техниканың әһәмиәтен билдәләп, бөгөн күп бурыстарҙың уңышлы үтәлеүе тап уларҙы ҡулланыуға бәйле булыуын әйтте. Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Хөрмәт Хәмитов яңы барлыҡҡа килтерелгән пилотһыҙ осоу системалар ғәскәрҙәренә тиҙҙән хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланасағын хәбәр итте. Ул шулай уҡ урта һөнәри белем биреү учреждениеларының был йүнәлештә белгестәр әҙерләүҙәге ролен айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ярыштың баш судьяһы, БПЛА операторҙарын әҙерләү үҙәге етәксеһе Александр Климов был һөнәр буйынса уҡыу шарттары тураһында һөйләне. Башланғыс кимәлдәге курс 72 сәғәттән тора. Ярыштар күрһәтеүенсә, БПЛА менән идара итеүгә ҡыҙыҡһыныу төрлө йәштәге һәм төрлө өлкәләге кешеләр араһында ҙур.

Бындай саралар был ҡыҙыҡһыныуҙы практик күнекмәләргә әйләндерергә мөмкинлек бирә.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас