

Был акция махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, яҡындарына психологик, социаль һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторолдо. Сарала Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура, Әбйәлил райондары һәм Баймаҡ, Сибай ҡалалары халҡы ҡатнашып, белгестәрҙән консультация алыу мөмкинлегенә эйә булды. Берҙәм ҡабул итеү көнөндә «Ватан һаҡсылары» фонды филиалы, Рәсәй Оборона министрлығының хәрби-социаль үҙәге, Башҡортостан Республикаһы адвокаттар палатаһы, Рәсәй юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәһе, нотариаль палата, дәүләт юридик бюроһы, хәрби комиссариат, суд приставтары хеҙмәте, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге, Рәсәй Социаль фонды, республика клиник психотерапия үҙәге һәм башҡа профиль белгестәре ҡатнашты. Берҙәм ҡабул итеү көнөндә махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы биреп, яуаптар алды. Барлығы 300-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт итеп, 170-тән ашыу һорау ҡабул ителде. Уларҙың барыһына ла 23 юғары квалификациялы белгес тарафынан аңлатмалар бирелде.
Консультация алырға килгәндәр араһында Айгөл һәм Вадим Абдразаҡовтар ҙа бар ине. Вадим ағайҙың бер туған ҡустыһы Тимур 2022 йылда мобилизацияланып, ике ярым йыл хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул махсус хәрби операция барышында һәләк була. Тимурҙың ата-әсәһе лә, кәләше лә юҡ. Ул шулай уҡ Чечняла ла хеҙмәт иткән була. Батыр яугир үлгәндән һуң «Батырлыҡ өсөн», Суворов миҙалдары һәм Шайморатов ордены менән наградлана. Туғандары тейешле түләүҙәр буйынса мәғлүмәт алыу өсөн акцияға мөрәжәғәт иткән.
Мәүлиҙә Ҡунысбаева – Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылынан. Ул хәбәрһеҙ юғалған улын эҙләп, Донецк, Ростов ҡалаларына тиклем барып еткән, эҙләмәгән госпиталь ҡалмаған. Бер ҡайҙа ла аныҡ хәбәр таба алмаһа ла, өмөтөн һүндермәй. Август-сентябрь айҙарында улының ҡаты яраланыуы тураһында хәбәр йөрөй. Өмөт уты һүнмәһен өсөн һәр бәләкәй генә мәғлүмәт тә мөһим. Интернет селтәрендә таралған бер видеояҙма ла уның күңелендә өмөт сатҡыһы уята. Ата-әсәһе улының иҫән булыуына ышана. Өйҙәре авария хәлендә, ярҙамға ла өмөтләнәләр.
– Сығып үткәрелгән акциялар алыҫ райондарҙа йәшәүселәр өсөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Бында бер юлы төрлө белгестәрҙән кәңәш алырға була. Беҙ махсус хәрби операция геройҙарының ғаиләләрендә медицина, юридик һәм психологик ярҙамға ихтыяж һаман да юғары булып ҡалыуын күреп торабыҙ. «Бер тәҙрә» форматы проблеманы тик тыңлап ҡына ҡалмай, ә тиҙ арала аныҡ ҡарар тәҡдим итергә мөмкинлек бирә. Был тәжрибәне республиканың башҡа биләмәһендә лә дауам итәсәкбеҙ, – тип Башҡортостан Республикаһындағы «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
Акция «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы, уның партнерҙары менән берлектә райондарҙа ла ойошторола. Быйыл Әлшәй, Асҡын, Баймаҡ райондарында өс күсмә ҡабул итеү ойошторолдо, ә Өфөлә — дүртәү.
Әлеге республика акцияһы барған көндө «Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе» осрашыуы ла үтте. Һуңғы дүрт йылда был проект ун меңдән ашыу кешене берләштерҙе. Бында бер өҫтәл артына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы геройҙарҙың ата-әсәләре — Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарынан, шулай уҡ Сибай ҡалаһынан килгән ғаиләләр йыйылды.
— «Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе» проекты Ватаныбыҙ һаҡсыларының ғаиләләрен рухи яҡтан ҡеүәтләү, иғтибар һәм хәстәрлеккә мохтаж булған кешеләрҙе берләштереү маҡсатында булдырылды. Был осрашыуҙар күптән инде республиканың матур йолаһына әйләнде, — тип билдәләне Гөлнур Ҡолһарина.
Ул йәмәғәт һәм ирекмәнлек эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡан яугирҙарҙың ата-әсәләренә «Ватанды һаҡлаусының атаһы», Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалдарын тапшырҙы.
Осрашыуҙа ярҙам сараларына ла ҙур иғтибар бүленде. Уларҙың береһе — социаль контракт, ул үҙ эшеңде асырға йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтерергә мөмкинлек бирә. Сара барышында өс махсус хәрби операция ветеранына социаль контракт төҙөү өсөн тәҡдимдәр тапшырылды. Улар малсылыҡ, игенселек өлкәһендә эш алып барырға, шулай уҡ шиномонтаж асырға ниәтләй.
Шулай уҡ Хәйбулла районынан махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы Рамаҙан Ҡунысбаевҡа хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығы ла тапшырылды.
— Хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығын алыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн фондҡа ҙур рәхмәт. Мин социаль координатор менән даими бәйләнештә. Бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар кисермәнем, һәр этапта ярҙам иттеләр, — тип билдәләне ул.
АВТОР фотолары.