Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Апреля , 09:45

Владимир Путин Башҡортостанда судьялар тәғәйенләне

Ил етәксеһе федераль судтар судьяларын тәғәйенләү һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары судьяларының квалификация коллегияларында Рәсәй Президенты вәкилдәре тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Владимир Путин Башҡортостанда судьялар тәғәйенләнеВладимир Путин Башҡортостанда судьялар тәғәйенләне
Владимир Путин Башҡортостанда судьялар тәғәйенләне

 

Документҡа ярашлы, Әлиә Вәлиуллина – Баймаҡ районы суды рәйесе, Рөстәм Хәкимов Өфөнөң Совет районы суды рәйесе итеп тәғәйенләнде.

Алмаз Исхаҡов – Баймаҡ районы суды судьяһы, Ильмира Әйүпова – Өфөнөң Киров районы суды судьяһы, Оксана Милицова – Күгәрсен район-ара суды судьяһы, Ришат Ханнанов – Өфөнөң Ленин районы суды судьяһы вазифаһын алды.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас