

Форумда министрлыҡ, профсоюз, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, уҡытыусылар, белем биреү учреждение етәкселәре, урындағы мәғариф бүлеге вәкилдәре, өҫтәлмә белем биреү педагогтары ҡатнашты.
Уҡытыусы һөнәре остаз, уҡыусы һәм ата-әсәләрҙең бер ҡарашта булып, бергә эшләүен талап итә. Һөнәренең бар нескәлеген белгән педагог ҡына ошоно аңлап, үҙбаһаһын төшөрмәй, тейешле белем биреп, шәхес тәрбиәләй ала.
"Торатау" конгресс-холында һигеҙенсе тапҡыр үткәрелгән был сарала "Уҡытыусы: һөнәри абруйҙы нисек күтәрергә?" темаһына арналған «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлашты, үҙ-ара фекер алышты, киләсәккә аныҡ маҡсаттар билдәләне.
Фото авторҙан.