Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Апреля , 10:41

«Сыуаш»: «Ҡурҡыу ҙа булды»

«Сыуаш» позывнойлы яугир  йөрәк ҡушыуы буйынса контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юлланған.

«Сыуаш»: «Ҡурҡыу ҙа булды»«Сыуаш»: «Ҡурҡыу ҙа булды»
«Сыуаш»: «Ҡурҡыу ҙа булды»

–  Мин үҙемдең унда булырға тейешлегемде аңланым, илгә файҙа килтерергә теләнем. Әлбиттә, ҡурҡыу ҙа булды, — ти яугир.

Әҙерлек үткәндән һуң, ул пилотһыҙ осоусы аппараттар менән идара итеүҙе үҙләштерә. Бөгөн ул разведка алып бара, күҙәтеү эшләй һәм аныҡ һөжүмдәр башҡара. Уның һүҙҙәренсә, БПЛА-лар алғы һыҙыҡта һөҙөмтәлелекте арттыра, хәрбиҙәрҙең хәүефһеҙлеген дә тәьмин итә.

Әлеге ваҡытта «Сыуаш» позывнойлы яугир хәрби бурыстарҙы ғына үтәп кенә ҡалмай, иптәштәрен дә пилотһыҙ аппараттар менән эшләргә өйрәтә. Ул грамоталар менән бүләкләнгән, шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр ветераны статусына эйә.

Өйөндә уны ҡатыны көтә, оҙаҡламай балалары ла донъяға киләсәк.

Контракт буйынса хеҙмәт итеү тураһында һорауҙарығыҙ булһа, 122 һаны буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас