

Башта улар район хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп, буш торған бинаны үҙ ҡарамағына ала. Уны үҙ көстәре менән тәртипкә килтереп, ремонт эштәре башҡаралар. Бер аҙҙан әлеге бинаға капиталь ремонт үткәрелеп, ирекмәндәргә тулы ҡанлы эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырылған айырым бүлмә бирелә..
Бөгөн штаб төрлө ауылдарҙан йыйылған әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштерә. Улар араһында Темәс, Ҡуянтау, Йомаш, Ярат, Ғүмәр, Әбделкәрим, Ҡаратал, Мерәҫ, Кәрешкә, Ишмырҙа, Өмөтбай, Таулыҡай, Сыңғыҙ, Билал, Күсей ауылдары һәм Баймаҡ ҡалаһы вәкилдәре бар. Темәс ауылында штабтың филиалы ла уңышлы эшләй. Дөйөм алғанда, 54 ирекмән иҫәпләнә. Уларҙың эшмәкәрлеге фотоальбомдарҙа ла сағылыш тапҡан. Ауыл халҡы, ауыл советтары ла был изге эштә ситтә ҡалмай — даими ярҙам күрһәтә. Ирекмәндәр араһында Донецкҡа барып, гуманитар ярҙам алып барғандар ҙа бар.
Штабты Миңлегөл Ҡоланбаеваның ҡыҙы Гөлназ Булат ҡыҙы ойошторған. Ул ирекмәндәрҙе туплап, әҙерлек хәлендә тота. Миңлегөл апай әйтеүенсә, был – ысын мәғәнәһендә берҙәм, ойошҡан команда. Ҡайҙа ярҙам кәрәк – шунда юлланалар, кәрәк булһа, бер нисә минут эсендә йыйылып, Өфөгә лә сығып китәләр.
Ирекмәндәр көн дә иртәнге сәғәт 8-ҙән эш башлап, эшкә килгән кеүек штабтарында була. Тегеү менән дә шөғөлләнәләр: махсус кейемдәр, шул иҫәптән толстовкалар тегәләр. Медицина учреждениелары тарафынан бирелгән матрастарҙы, мендәрҙәрҙе, юрғандарҙы яңыртып, тышлап, гуманитар ярҙам итеп ебәреүгә әҙерләгәндәр. Хәҙерге ваҡытта ямғырҙан һаҡлаусы плащтар тегеү өсөн материал көтәләр.
Бынан тыш, ирекмәндәр бер ҙә тик тормай: көнөнә бер һаҡселтәр үрәләр, материал булмағанда ҡоро душ, шәм, «тере ҡалыу» беләҙектәре эшләйҙәр. Һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша.
Штаб эшендә ағинәйҙәр ҙә әүҙем ҡатнаша. Йомаш ауылынан Зифа Иҫәнова ҡымыҙ әҙерләп, гуманитар ярҙамға ебәрә, ә Фәрхәна Иҫәндәүләтова буҙа ҡоя. Улар ҙа даими ярҙам итеп, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, үткән йылда ирекмәндәр Сорғот ҡалаһында уҙған һабантуйҙа ҡатнашып, юғары кимәлдә сығыш яһай.
Баймаҡ ирекмәндәре Сибай ҡалаһы менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй. «Һаҡсы фәрештә» штабы ярҙам, берҙәмлек һәм изгелек өлгөһө булып һанала. Ундағы ирекмәндәр илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килеүен, яугирҙарҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын да теләй.
АВТОР фотоһы һәм видеоһы.