

Беҙҙең «Һаҡсы фәрештә»
Ал бирмәйҙер һәр эштә.
Көн тимәйҙәр, төн тимәйҙәр
Арыуҙы ла һиҙмәйҙәр.
Ойоҡ-бирсәткә бәйләп,
Селтәрен дә үрәләр –
Ошо изге эштәрҙе
Ҙур бурыс тип күрәләр.
Кипкән ҡорот, икмәктәр,
Былау һәм дә сәк-сәктәр,
Быҡтырылған иттәр ҙә
Һис китмәне ситтәргә.
Барыһы тейеш ергә,
Һис шикһеҙ, барып етә.
Тыл йылыһын тойҙоҡ,тип
Яугирҙар рәхмәт әйтә.
Күп ауылды берләштерә
Оло «Һаҡсы фәрештә».
Темәс, Мерәҫ, Бетерә,
Хатта алыҫ Кәрешкә.
Ҡушылдылар этҡолдар,
Ҡараталдар, яраттар.
Ылауҙарҙы ташыйҙар
Беҙҙең сос «тимер ат»тар.
Кирелгән ҡанаттарың
Һынмаһынсы, фәрештәм!
Көслө рухлы ҡатындар
Ҡеүәт алһын һәр эштән.
«Һаҡсы фәрештәләр»ем,
Һеҙгә булырбыҙ терәк.
Оран һалабыҙ бергә:
– Һеҙ бит илгә ныҡ кәрәк!
Барыбыҙҙың бер теләк:
Еңеү килһен тиҙерәк!
Гөллирә МЫРҘАБУЛАТОВА.
Баймаҡ районының Ҡаратал ауылы.
"Һаҡсы фәрештә" штабының ирекмәне.