Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апрель , 10:29

Информатика уҡытыусыларының I съезы

Был сара Башҡортостандың 550 уҡытыусыһын йыйҙы.

Информатика уҡытыусыларының I съезыИнформатика уҡытыусыларының I съезы
Информатика уҡытыусыларының I съезы

Съезд мәктәптә информатика фәнен уҡытыуға 40 йыл тулыуға арналды.

«Хәҙерге заманда информатика мәктәп программаһында төп урында тора. Ошо өлкәлә уҡытыусылар кәрәкле йүнәлештә белем бирә. Бындай сара артабанғы үҫеш өсөн әһәмиәтле», — тип белдерҙе БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин.

Съезда информатика уҡытыусылары тәжрибә уртаҡлашты, фекер алышты.

Бында шулай уҡ Яндекс Дәреслек «Кадр резервы» һөнәри үҫеш программаһы төбәк рейтингы еңеүселәре бүләкләнде. Улар араһында

3-сө "Сибай" Республика полилингваль күп профилле гимназия-интернаты уҡыусыһы Арсен Кинйәбаев, Яңауыл ҡалаһының Советтар Союзы Геройы В.Г. Лоскутов исемендәге лицейынан Фәйрүзә Бронникова, Ҡырғыҙ-Миәкәнең 2-се мәктәбенән Марсель Низамов, Өфөнөң 161-се лицейынан Екатерина Ардуанова, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 7-се мәктәбенән Артём Фёдоров бар.

Бүребай ауылы мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Ирина Григорьева «Мин – Уҡытыусы» махсус номинацияһы еңеүсеһе булды.

Афарин!

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас