Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апреля , 13:06

«Еңеүҙән һуң мотлаҡ балалар янына ҡайтасаҡмын»

Ижекләп уҡырға, миҫалдар эшләргә өйрәтер, дәфтәрҙәр тикшерер урынға башланғыс класс уҡытыусыһы мониторға ҡарап ултыра. Ул – БПЛА операторы. «Герда» позывнойлы ҡатын Алмас Сафин исемендәге батальонда хеҙмәт итә.

«Еңеүҙән һуң мотлаҡ балалар янына ҡайтасаҡмын»«Еңеүҙән һуң мотлаҡ балалар янына ҡайтасаҡмын»
«Еңеүҙән һуң мотлаҡ балалар янына ҡайтасаҡмын»

Ул 2023 йылдың июлендә, мультироторлы дрондар операторы сертификатына эйә булып, контрактҡа ҡул ҡуя. Ләкин Герда үҙе әйтеүенсә, еңеүҙән һуң ул мотлаҡ балалар янына ҡайтасаҡ.

«БПЛА операторы эше» тип ишеткәс, тәүге уйға — техникаға һөжүм итеү, терәк пункттарын юҡ итеү, дистанцион миналау, разведка килә. «Герда» күктең икенсе йөҙөн аса: «Бер ваҡыт беҙҙең егеттәргә ташлау өсөн ҡоро паёк туплап, носкиҙарға һалдым: ашамлыҡ, һыу, дарыуҙар. Носкиға–  бейеклектән ватылмаһын өсөн». Ошо уҡ ябай носкиҙар эсенә ул йылы ярҙам һүҙҙәре яҙылған хаттар һала.

Герда әйтеүенсә, башҡорт «ҡоштары» иң юғары кимәлдә эшләй. Ул айырыуса «Өфөлө»  менән «Ҡыш бабай» дрондарын маҡтай.

Герда дошманды рухһыҙ һәм иманһыҙ кешеләр тип баһалай

«Иманһыҙ кеше көслө була алмай. Иртәме-һуңмы ул бирешә һәм рухтан төшә, быны беҙ фронтта күреп торабыҙ. Дошман үҙ позицияларын ташлап ҡаса. Беҙҙең егеттәр көн һайын түҙемлек һәм рух көсө күрһәтә. Беҙ юғалтыуҙарҙы һәм еңеүҙәрҙе хәбәрҙәр буйынса түгел, экран аша иҫәпләйбеҙ. Ошонда махсус хәрби операцияла булған һәр кеше менән ғорурланам».

Ҡыйынлыҡтар тураһында һорауға Герда: беҙҙең яугирҙар юлында көн һайын бик күп проблемалар тыуа һәм бөтә нәмәгә лә әҙер булырға кәрәк, тип яуаплай. Һауа торошо, һауалағы һәм ерҙәге хәл – теләһә ниндәй бурыс үтәлергә тейеш.

«Яуҙаштарым – минең ғаиләм. Бер үк ваҡытта асыу ҙа килтерәләр, оҡшай ҙа: бында, фронтта ла, улар миңә ҡыҙ бала кеүек ҡарай. Ауыр көнкүрештә ярҙам итәләр, тәм-том менән һөйөндөрөргә тырышалар, ҡайнар урынға ебәрмәйҙәр, мине бик ҡурсалайҙар. Беҙ яугирҙарҙың ғаиләләре, уларҙың ҡатындары һәм балалары менән тығыҙ аралашабыҙ», — ти ҡатын.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас