

Ғаилә башлығы – махсус хәрби операцияла алғы һыҙыҡта. Ә өйҙә хужалыҡ эштәрен башҡарырға ир-егеттәрҙең ярҙамы кәрәк. Ошо уңайҙан ирекмәндәрҙең ярҙамы бик тә урынлы булған. Улар утындарҙы ярып, уларҙы утынлыҡҡа һалған.
Хәҙер өйҙә йылы буласаҡ, ә яугирҙың яҡындарының күңелендә тыныслыҡ урын алған. Улар ниндәй генә ваҡыт булһа ла ярҙам итергә әҙер булыусы кешеләр барлығын белә.
Ирекмәндәрҙең эшенә рәхмәт. Шулай бергәләп Еңеүҙе яҡынайтабыҙ. Ир-егеттәрҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Фото: Т. АМАНОВ.