Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апреля , 06:46

Ҡыуаныс! Башҡорт милли кейеме төбәгебеҙҙең бренды булып теркәлде

Роспатент «Башҡорт милли кейемдәре» географик күрһәткесен рәсми рәүештә теркәне. Хәҙер Башҡортостанда 11 теркәлгән бренд иҫәпләнә. Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, яҡташыбыҙ, сенатор Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыуаныс! Башҡорт милли кейеме төбәгебеҙҙең бренды булып теркәлдеҠыуаныс! Башҡорт милли кейеме төбәгебеҙҙең бренды булып теркәлде
Ҡыуаныс! Башҡорт милли кейеме төбәгебеҙҙең бренды булып теркәлде

Улар араһында:

Башҡорт балы һәм Бөрйән солоҡ балы,

«Ҡорғаҙаҡ»,

 «Ассы» һәм «Йоматау» минераль һыуҙары,

«Ҡурай» музыка ҡоралы,

Башҡорт аты,

Мансур граниты,

Башҡорт шәле,

Башҡорт балаҫы,

Башҡорт милли кейемдәре.

Башҡорт милли кейеме — ул ябай ғына кейем түгел, ә халыҡтың бай тарихын һәм күсмә тормошон сағылдырған ҡомартҡы. Унда Себер, Урал, Волга буйы, Урта Азия, Яҡын һәм Алыҫ Көнсығыш халыҡтары менән тарихи бәйләнештәр сағыла. Шулай уҡ төрлө төбәктәрҙә йәшәгән башҡорт төркөмдәренең кейем үҙенсәлектәре лә айырылып тора.

Төбәк брендтарын киң күләмдә теркәү эштәре Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенконың йөкләмәһе буйынса, РФ сенаторҙары, төбәктәр һәм Роспатент менән берлектә алып барыла. Бөгөн реестрҙа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 413 уникаль бренд теркәлгән.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова