

Ҡаланың балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары араһында ун йылдан ашыу барған был матур сара Өфөнөң 6-сы Балалар музыка мәктәбенең концерт залында уҙасаҡ.
Йөҙәрләгән йәш башҡарыусы ҡурай, баян, думбыра, ҡыл-ҡумыҙ һәм башҡа халыҡ уйын ҡоралдарында уйнап, ярышасаҡ. Уларҙы абруйлы баһалама ағзалары тыңлап, бүләкләйәсәк. Музыка байрамы яңы исемдәр асыуы менән әһәмиәтле. Был сара иртәнге унда башланып, көнө буйы барасаҡ.
Барыһына ла уңыштар теләйбеҙ!
Фото асыҡ сығанаҡтан.