

Был да хаталы фекер. Һыйыр, үгеҙ, һарыҡ, ҡаҙ, өйрәк һәм башҡа мал, ҡош-ҡорт хәләл стандарттарына тура килтереп салынмаған булһа, уның да ите хәрәм була.
Әгәр ашар алдынан «бисмиллә» тип әйтһәң, ниндәй ҙә булһа ит хәләлгә әйләнә тип уйлау ҙа – хата фекер. Шәриғәт ҡанундары буйынса салынмаған булһа, уны ашар алдынан 100 тапҡыр «бисмиллә» тиһәң дә, у лит хәләлгә әйләнмәй, хәрәм була.
Ит ауылдан килтерелгән икән, тимәк, хәләл тиеү ҙә дөрөҫ түгел. Был осраҡта ла шул уҡ ҡағиҙә үҙ көсөндә ҡала: әгәр малды салған ваҡытта «Бисмилләһир рахмәнир рахим. Аллаһү әкбәр» тип әйтеп салынмаһа, ҡайҙа салынған булыуына ҡарамаҫтан (ауылдамы, ҡалаламы) уның ите мосолмандар өсөн хәрәм була.
Ит ризығы төргәгендә «Мусульманская», «Татарская» йәки башҡа шундай һүҙҙәр яҙылған булһа, был ризыҡ хәләл тип уйлаусылар бар. Уларҙың тышында «хәләл» эмблемаһы булғанда ғына хәләл була. Мосолманға тартым исемдәр ризыҡты хәләлгә әйләндермәй, шуға ундай ит ризыҡтарын ашау мосолманға тыйыла.
Фото: Т. АМАНОВ.