Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель , 16:10

Нуғайбәктән - еңеү менән!

Силәбе өлкәһенең Нуғайбәк округында интеллектуаль турнир үтте.

Нуғайбәктән - еңеү менән!Нуғайбәктән - еңеү менән!
Нуғайбәктән - еңеү менән!

Был сараға Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл, Троицк, Үрге Урал, Ҡыҙыл һәм башҡа муниципаль округтарынан һәм Башҡортостандан йәш математиктар йыйылды. Уҡыусыларҙың белемен техник, экономика һәм педагогика фәндәре кандидаттары, институт директорҙары, доценттары баһаланы. Был ярышта ҡатнашыусылар ҡатмарлы математик мәсьәләләр сисеп, ауыр һорауҙарға яуаптар биреп, үҙҙәрен төрлө яҡтан һынаны. Башҡортостандан килгән берҙән-бер команда был сарала бик яҡшы һөҙөмтәгә иреште. Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицей уҡыусыһы Салауат Самарбаев (уҡытыусыһы - Дилә Иҫәндәүләтова) иң яҡшыһы тип танылды. Афарин!

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас