Ҡыҙ бала тыуа донъяға,
Һөйөү сәскәһе булып.
Күҙ ҡараһылай үҫтерә,
Атай-әсәй һоҡланып.
Ҡыҙ баланың күңелкәйе,
Нескә генә,ҡыл кеүек.
Ауыр һүҙҙәреңде әйтеп,
Рәнйетә күрмә бер үк.
Ҡыҙ балаҡай тормош йәме,
Өйҙә ул ҡунаҡ ҡына.
Ҡәҙер-хөрмәт менән йәшә,
Яныңда саҡтарында.
Атай өсөн ҡыҙ бала,
Оло бәхет,ҡыуаныс.
Мәңге бәхетле йәшә һин,
Күҙҙәрҙә осҡон булып.
Ҡыҙ баланың бәхеткәйе,
Түгелмәһен һис ҡасан.
Йөҙө ҡояштай балҡыһын
Тормош шатлыҡтарынан...
#ЮлайКәримовфотоһы
"Йәшлек"те МАХ-та уҡы!" ⏬
https://max.ru/yeshlek_gazite