

Әлеге хәҙистән аңлашылыуынса, әтәстәр фәрештәләрҙе күрәләр ҙә, шул хаҡта хәбәр һалалар. Ҡағиҙә булараҡ, әтәстәр иртәнге намаҙ алдынан ҡысҡыралар, был ваҡытта күктән төнгө фәрештәләрҙе алмаштырыусы яңы төркөм фәрештәләр инә. Тимәк, әтәстәр фәрештәләр пәйҙә булғас, ҡысҡыра башлайҙар, бындай ваҡытта Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылыу мөһим. Сөнки теләктәр фәрештәләрҙең «әмин» тиеүҙәренә тура килергә мөмкин.
Фәрештәләр булған ерҙә шайтанға урын юҡ, тимәк, был ваҡытта әлеге урындар шайтандан һаҡланып тора.
Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһиссәләмдең аҡ төҫтәге әтәсе булған. Ул әтәстең дуҫ, шайтанға дошман булыуы, уның хужаһын һәм әйләнә-тирәләге ете йортто һаҡлауын әйтә.
Ендәргә килгәндә, уларҙы эттәр һәм ишәктәр күрә икән.
«Әгәр төндә эт өргәнен йәки ишәк ҡысҡырғанын ишетһәгеҙ, Аллаһы Тәғәләгә шайтандан һаҡланып һыйырығыҙ, сөнки, ысынлап та, улар һеҙ күрмәгәнде күрәләр», - тигән пәйғәмбәребеҙ ғаләйһиссәләм.
АВТОР фотоһы.