

- Ағайым вафат булғандан һуң, ул миңә йыш ҡына төшкә инә башланы. Тик ябай төш кенә түгел… Бер ваҡыт ишек ҡыңғырауы шылтырай. Барып асам — ағайым баҫып тора:
«Ҡасан ҡайтаһың инде?» — ти.
Тағы бер саҡ өйгә ҡайтып инәм — подъезд төбөндә ултыра.
«Ниңә бында ултыраһың?» — тип һорайым.
«Һине көтәм», — ти…
Быларҙың барыһын да бер таныш апайға һөйләнем. Ул миңә:
«Һин уны әрлә, башҡаса саҡырмаһын. Мин доғалар уҡырмын», — тине.
Шунан һуң ағайымды тағы төштә күрҙем… Тик был юлы ул яҡын килмәне. Бармағы менән шелтәләп:
«Ниңә һөйләнең?..» - тигән кеүек күрһәтеп торҙо. Шунан һуң ул башҡа төшөмә инмәне…, - тип һөйләй берәү.
Бына шунан һуң теге донъя менән бәйләнеш барлығына нисек ышанмайһың инде.